+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Октябрь 2023, 16:20

Йәйәүлеләр сафына алыу

Гимназиябыҙҙа  I синыф  уҡыусыларының “Йәйәүлеләр сафына алыу” байрамы уҙҙы.

Йәйәүлеләр сафына алыу
Йәйәүлеләр сафына алыу

Беренселәр был сараға ентекле әҙерләнгәйне: юл  хәрәкәте   ҡағиҙәләрен һәм  билдәләрен өйрәнде. Шиғырҙар һәм йырҙар ятланы. Рәсем дәресендә юл билдәләрен һүрәткә ихлас  төшөрҙө.

  Байрамда  әкиәт геройҙары һәм светофор   уйын формаһында  уҡыусыларҙың белемдәрен тикшерҙе, юл йөрөү ҡағиҙәләрен ҡабатланы.

Беренселәр ҡунаҡтарға  юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында дәртле йырҙар йырлап, шиғыр һөйләне.

Полиция хеҙмәткәре  Иван Васильевич уҡыусыларҙы йәйәүлеләр сафына алыныу менән ҡотланы, атай-әсәйҙәргә балаларының  каникулдары хәүефһеҙ  үтеүен теләне. Ә уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.

Был әһәмиәтле сара  балаларға ныҡ оҡшағандыр, тип уйлайым. Беренселәремдең каникул көндәре файҙалы һәм күңелле үтһен!

 

  Айгөл Һатлыҡова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Йәйәүлеләр сафына алыу
Йәйәүлеләр сафына алыу
Йәйәүлеләр сафына алыу
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: