+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
30 Октябрь 2023, 16:20

Янғантау мәктәбендә шайморатовсылар синыфы булдырылды

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республика мәктәптәрендә Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыфтар булдырыла. Шөкөр, йылдан-йыл улар күбәйә. Күптән түгел Салауат районы Янғантау мәктәбенең V “Б” синыфы ла шайморатовсылар сафын тулыландырҙы.

Янғантау мәктәбендә шайморатовсылар синыфы булдырылды
Янғантау мәктәбендә шайморатовсылар синыфы булдырылды

Синыф етәкселәре – Гөлшат Валерий ҡыҙы Галанова. Был көндө һәр береһе ғүмерлеккә хәтерендә һаҡлаясаҡ, тип уйлайым. Улар  тантаналы рәүештә шайморатовсылар сафына ҡушылыуын, “Шайморатов генерал”ды  бергәләп йырлауҙарын һәр саҡ ғорурланып иҫләрҙәр әле.  Һәр береһе яҡшы билдәләренә уҡырға, намыҫлы,  тәртипле һәм тиҫтерҙәренә һәр ваҡыт өлгө булырға, тип  биргән анттарын үтәр. Әлбиттә, улар ҙа илһөйәр, телһөйәр булып үҫерҙәр, тип беҙ ҙә ышанабыҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: