+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт тоҡомло аттар янына сәйәхәт

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәсүл Рәхмәтуллин менән “Йәш армеецтар” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе начальнигы Таһир Ишемғолов Бүребай мәктәбенең VI “Ш” синыфы, йәғни шайморатовсыларға Яңы Петровка ауылындағы Владимир Матвеев шәхси хужалығына сәфәр ойошторған.

Башҡорт тоҡомло аттар янына сәйәхәт
Башҡорт тоҡомло аттар янына сәйәхәт

Сара шайморатовсылар синыфы стандартын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ойошторолған. Йәш шайморатовсыларҙы Владимир Павлович ихлас ҡаршы алған. Ул балаларға аттар, йылҡы тоҡомдары, ат спорты төрҙәре, "Ылаҡ" милли уйыны тураһында һөйләгән. Шулай уҡ һыбай йөрөү серҙәре, хәүефһеҙлек талаптары һәм егелгән аттарҙың холоҡтары менән таныштырған. Оҫталыҡ дәресенә шулай уҡ Иҫәнгилде ауылынан фермер Нур Күсәрбаев та ҡушылған. Ул башҡорт тоҡомло аттар тураһында һөйләгән. Шулай уҡ йылҡы малдарына ҡарата мөнәсәбәт, малҡайҙарҙы тәрбиәләү тураһында күп файҙалы кәңәштәр биргән. Бәләкәйҙән һыбай йөрөгән Владимир Матвеевтың 9 йәшлек улы Гавриил да үҙенән 3 йәшкә ҙурыраҡ уҡыусылар менән тиҙ арала дуҫлашып, яратҡан аттары тураһында күп нәмәләр   һөйләгән.

Башта аттарҙан бер аҙ шөрләп ҡалған уҡыусылар, оҫталыҡ дәресе аҙағында: "Хәҙер минең сират етте!", "Аҡ атҡа мин ултырам", – тип бер булғандар. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа инструкторҙар ярҙамында һыбай йөрөргә өйрәнгән. Ҡайһы берҙәре үҙ аллы йөрөп тә алған. Һалҡын һауа торошона ҡарамаҫтан, көҙгө каникулдың бер көнөн балалар бик күңелле үткәреп, үҙҙәренә бик күп файҙалы мәғлүмәт туплаған. Хатта аҙаҡ өйҙәренә ҡайтҡылары ла килмәгән әле.

Фәһемле лә, күңелле лә сәйәхәт уҡыусыларҙа, ысынлап та, ауыл хужалығы һөнәренә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Афарин, йәш шайморатовсылар!

Фото һәм сығанаҡ: Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы

Башҡорт тоҡомло аттар янында сәйәхәт
Башҡорт тоҡомло аттар янында сәйәхәт
Башҡорт тоҡомло аттар янында сәйәхәт
Башҡорт тоҡомло аттар янында сәйәхәт
Башҡорт тоҡомло аттар янында сәйәхәт
Башҡорт тоҡомло аттар янында сәйәхәт
Башҡорт тоҡомло аттар янында сәйәхәт
Башҡорт тоҡомло аттар янында сәйәхәт
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: