Шулай уҡ бойҙай тартылғандан һуң – онға, ә ҡурылған бойҙай талҡанға әйләнгәнен дә һөйләгәндәр. Бигерәк тә балаларға ҡурмас тәме оҡшаған, бергәләп тирмән тартып талҡан да яһап ҡарағандар. Эш бөткәс, йомаҡ ҡойошоп, күңелдәре булғансы уйнап, бейеп тә алғандар. Уңыш байрамынан бөтәһе лә ҡәнәғәт булып таралышҡан.
Фото һәм сығанаҡ: Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы