Ата бесәй, тип әйткәстәр, беҙ үҙенә Зефир тип исем ҡушҡайныҡ. Яңыраҡ ҡына белеп ҡалдыҡ: инә бесәй булып сыҡты. Шунан инде Зефиркаға әйләнде лә ҡуйҙы. Исеме есеменә тап килә, сөнки төҫө ап-аҡ ҡына.
Шулай ул – беҙгә, беҙ уға өйрәнеп киттек. Кескәй сағында күҙҙәре күк төҫтә ине, ә хәҙер йәшел. Зефирканың эрзинкә уйынсыҡтары күп. Беҙҙең менән уйнарға әүәҫ ул. Бигерәк тә төнгә ҡарай шашып алыусан. Тышта ла йөрөргә ярата. Мәктәптән ҡайтыуыбыҙҙы ишек төбөндә үк көтөп ултыра.
Бесәйҙәр үҫә килә һөт эсмәй башлай икән. Беҙҙеке лә шулай булды. Ә инде иң яратҡан ризығы – балыҡ.
Зефирка – тәртипле бесәй. Уны бөтәбеҙ ҙә иркәләтәбеҙ, йыш ҡына ҡулдан төшмәй. Тағы бер ирмәк холҡо бар: ҡумта, калуш йә күнәк кеүек төрлө әйберҙәр эсенә инергә ярата. Акробат һымаҡ бейек баҫҡыстар, турник буйлап йөрөй. Өйҙә булһа, тәҙрә төбөндә ултырып урамды күҙәтә. Ә яуым-төшөмлө көндә ҡапыл тышҡа сығып китеүе лә бар. Шунан Зефиркабыҙҙы еүеш тәпәйҙәре менән иҙән тапарға ҡуш та ҡуй инде...
Мәктәптә саҡта беҙ уны һағынып өлгөрәбеҙ һәм өйгә ашҡынып ҡайтабыҙ. Яратҡан бесәйебеҙ көтә бит.
Камилә МӘХМҮТОВА.
Учалы районы, Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылы.