+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйем – иң яҡын кешем

 Әсәйем  – шундай яғымлы, һөйкөмлө, наҙлы һәм тормошто яратыусан ҡатын-ҡыҙ ул. Миңә ауыр ваҡыттарҙа  гел ярҙам итә һәм кәңәштәрен бирә.

Әсәйем – иң яҡын кешем
Әсәйем – иң яҡын кешем

Үҙе бик матур, аҡ ҡайындай һомғол буйлы. Исеме лә бик матур. Зөлфиә исеме үҙенә килешеп кенә тора. Һары бөҙрә сәстәре алтын иген һабағы төҫлө, ә зәңгәр күҙҙәре күк болон сәскәләренә оҡшаған. Уның күҙҙәре һәр саҡ көлөп тора. Нурлы йөҙө беҙҙең кәйефте күтәрә, тынысландыра ла. Әсәйем – түҙемле, тыныс та ул, һәр кем менән матур итеп аралаша. Уның менән һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Уны барыһы ла ярата һәм хөрмәт итә. Әсәйем менән ғорурланабыҙ. Һин – беҙҙең ҡояшыбыҙ!


Зөмәрә Боҫҡонова, VII cиныф уҡыусыһы.

 Баймаҡ ҡалаһы, 3-сө мәктәп.

Әсәйем – иң яҡын кешем
Әсәйем – иң яҡын кешем
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: