Был уҡыу йорто Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары ҡушылған урында, бейек яр буйында урынлашҡан. Уҡыусылар музейҙа Александр Матросовҡа (Шакирйән Мөхәмәтйәновҡа) арналған экспозиция менән танышты. Ул үҙ эсенә “Биография”, “Батырлыҡ йылъяҙмаһы”, “Үлемһеҙлек”, “Батырлыҡ туғанлығы” стендтарын ала.
1943 йылдың 23 февралендә рядовой Матросов Чернушки ауылы янында дошман дзотының амбразураһын ҡаплай һәм иптәштәренең ғүмерен ҡотҡара. Уға ни бары 19 йәш була... Матросовтың исеме – батырлыҡ символы. Балалар был осрашыуҙан рухланып, ғорурланып ҡайтты.
Фото: vk.com.