+20 °С
Облачно
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Декабря 2023, 08:00

Балалар баҡсаһына яңы ҡойма кәрәк

Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы халыҡ алдында торған мөһим мәсьәләләрҙе сисеүҙә ҙур ярҙам булып тора. Баш ҡалалағы Степан Злобин урамының 44-се йортонда йәшәүселәр ҙә программала ҡатнашырға булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар баҡсаһына яңы ҡойма кәрәкБалалар баҡсаһына яңы ҡойма кәрәк
Балалар баҡсаһына яңы ҡойма кәрәк

Сөнки күп кескәйҙәр эргәләге 251-се балалар баҡсаһына йөрөй. Ә сабыйҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү әлеге мәлдә бик актуаль. Тәрбиәләнеүселәр – яҡлаулы, атай-әсәйҙәр тыныс булһын өсөн, йортта йәшәүселәр яңы ҡойма ҡуйҙырырға теләй. Уны өлөшләтә алмаштырғайнылар инде. Тик тулыһынса булмағас, хәүефһеҙлек тураһында һүҙ йөрөтөү мөмкин түгел.

Йыйылыш барышында инициативалы төркөм һайланды, мәсьәләне хәл итеү юлдары билдәләнде. Яңы ҡойма булыр, тип ышанабыҙ.

Балалар баҡсаһына яңы ҡойма кәрәк
Балалар баҡсаһына яңы ҡойма кәрәк
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас