-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әкиәттәге кеүек

Яңы йыл ваҡытында ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа төрлө төҫтәге уттары менән балҡып торған боҙло тауҙар, ҡупшы шыршылар байрам кәйефен тыуҙыра. Солтанморат ауылынан Клара һәм Муллағәли Мәсәләмовтар ҙа быға үҙ өлөшөн индерә.

Әкиәттәге кеүек
Әкиәттәге кеүек

Ғаилә йыл һайын йорт алдына шыршы ҡуя һәм уны биҙәй, ҡар менән боҙҙан төрлө һындар эшләй. Бына быйыл да 2024 йыл символын – Аждаһаны, Ҡыш Бабай, Ҡарһылыу, ҡар бабай һәм әкиәт геройҙары скульптураһын эшләгәндәр, буяп ҡуйғандар. Балаларға тау ҙа яһағандар. Ә кисен һындарға гирляндалар тоташтырыла. Барыһы ла әкиәттәге кеүек!

Муллағәли ағай менән Клара апайға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һаулыҡ, бәхет һәм ижади уңыштар теләйбеҙ. Киләсәктә лә беҙҙе, Солтанморат ауылы халҡын, ошондай матур эштәрегеҙ менән ҡыуандырып торорһоғоҙ, тип ышанабыҙ.

 

Таһир РӘХИМОВ,

II синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы,

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

 

Әкиәттәге кеүек
Әкиәттәге кеүек
Әкиәттәге кеүек
Әкиәттәге кеүек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: