Салауат ЗӨФӘРОВ: «Аждаһа йылында тыуғас, уның килеүен ашҡынып көттөм. Ниндәйҙер мөғжизә булыр һымаҡ, минеңсә. Әсәйем, үҙ йылыңда көтөлмәгән ҙур уңыштар буласаҡ, ти. Быға ышанам ул. Тағы ла иң ҡыуаныслыһы, ғинуар айынан өйөбөҙгә «Йәншишмә» килә башлай. Тағы ла ике дуҫ синыфташым яҙылды. Хәҙер инде уҡыу йылыбыҙ гәзит менән үтәсәк».
Рифат РАХМАНҒОЛОВ: «Үҙемдең Аждаһа йылы ныҡ оҡшай. Теләктәрҙе алдан уйлап ҡуйғайным. Иң мөһиме – Ер йөҙө тыныс, бар туғандарым да һау булһын. Шулай ҙа көтөлмәгән бер серле ваҡиға көтәм. Барыһы ла яҡшы булһын, тип мәктәпкә көн дә әҙерләнеп кенә йөрөйөм. Ә Яңы 2024 йыл барыбыҙҙы ла шатлыҡлы хәбәрҙәр, серле бүләктәр менән ҡыуандырһын ине».