Беҙҙең ауыл биләмәһе бихисап проекттарҙы тормошҡа ашырҙы: Наурыҙҙа зыярат кәртәләнде, балалар майҙансығы төҙөлдө, мәктәп ҡыйығы яңыртылды, Мәҫкәү мәктәбенә капиталь ремонт яһалды, Йәһүҙә, Ташҡыя, Ғәҙелша ауылдары урамдарына яҡшы яҡтыртҡыстар ҡуйылды.
Күп ауылдарҙа аҡса йыйыу мәсьәләһе ауырлыҡ тыуҙыра, ә беҙҙең биләмәлә, киреһенсә, халыҡ үҙе ярҙам итергә тора. Бына әле лә Мәҫкәүҙә балалар майҙансығы төҙөү проекты идеяһын улар дәррәү күтәреп алды. Тиҙ арала инициатив төркөм төҙөлөп, етәксеһе итеп Наил Бүләков тәғәйенләнде. Маҡсат тормошҡа ашһын, балаларға уйнарға урын бик кәрәк!
Гөлсинә ФӘТТӘХОВА,
Наурыҙ ауылы хакимиәте башлығы.
Учалы районы.