+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Музейға барҙым

Беҙҙең Солтанморат ауылында Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге йорт-музей бар.  Әсәйем менән шул музейға  барҙым.  Унда  яҙыусы   яҡташым тураһында күп  мәғлүмәттәр һаҡлана.

Музейға барҙымМузейға барҙым
Музейға барҙым

Ғәлимйән Ғирфан улы 1887 йылдың 28 февралендә беҙҙең Солтанморат ауылында тыуған. Ул – билдәле яҙыусы, тәнҡитсе, йәмәғәт эшмәкәре. Музейҙа  яҙыусының тормош юлы, китаптары менән яҡындан таныштым. Музей ныҡ оҡшаны. Тағы барырмын, тип уйлап ҡуйҙым әле.

 

Рәмис  Әлимбәков, I синыф уҡыусыһы. 

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Музейға барҙым
Музейға барҙым
Музейға барҙым
Музейға барҙым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас