+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡышты оҙаттыҡ

"Белем" белем биреү үҙәгенең балалар баҡсаһында Ҡышты оҙатыу һәм яҙҙы ҡаршылау байрамы үтте.

Ҡышты оҙаттыҡ
Ҡышты оҙаттыҡ

 Унда әҙерлек төркөмөнән кескәйҙәр ҡатнашты. Шат малайҙар һәм ҡыҙҙар әуҙемлек, етеҙлек, отҡорлоҡ күрһәтеп, күңелле эстафеталарҙа ярышты. Сараның иң ҡыҙыҡлы өлөшө байрам ҡарасҡыһын ҡаршы алыу булғандыр.
Әлбиттә, сараның төп атрибуты ҡоймаҡ та мул ине. Иң һуңынан балалар тәмле ҡоймаҡ менән һыйланды. Күңелле йола байрамы уларға бик оҡшаны.

Гөлнара Темирова,
музыка етәксеһе.
Өфө районы, Зубов ауылы.

Ҡышты оҙаттыҡ
Ҡышты оҙаттыҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: