+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Сағыулығы менән йәлеп итә

27мартта Стәрлетамаҡ районы Үрге Уҫылы мәҙәниәт йортонда башланғыс синыф уҡыусылары өсөн театр көнө үтте.

Сағыулығы менән йәлеп итә
Сағыулығы менән йәлеп итә

 Балалар театр төрҙәре менән яҡынданыраҡ танышты. Театр баланың шәхес булыуына йоғонто яһауға йүнәлтелгән. Бала үҙ аллы ижад итә башлай, тамашала үҙен таный һәм шәхес булараҡ үҫә.
Мәҙәниәт йортонда театрлаштырылған эшмәкәрлектең сәскә атыуы һәм формалашыуы ҡурсаҡ театрын ҡулланмайынса мөмкин түгел. Ул балаларҙың сәнғәт өлкәһендәге белемен камиллаштыра. Ҡурсаҡ театры – кескәйҙәр өсөн иң яратҡан тамашаларҙың береһе. Ул үҙенең сағыулығы менән йәлеп итә. Ҡурсаҡ театрында балалар үҙҙәренә таныш һәм яҡын уйынсыҡтарҙы күрә. Уларҙың терелеп, хәрәкәтләнеп, һөйләшеп китеүе тағы ла мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлыраҡ булып китә. Ҡурсаҡ театры шатлыҡ килтерә. Ул – балалар өсөн иң уңайлы сәнғәт төрҙәренең береһе. Үрге Услы мәҙәниәте йортонда эшләп килгән "Аҡбуҙат" балалар ҡурсаҡ театры башланғыс синыф уҡыусылары өсөн "Курочка Ряба" әкиәтен сәхнәләштереп күрһәтте. Балалар ҙур ихласлыҡ менән тамашаны ҡараны.

 

Сулпан ЮЛДАШЕВА.

Сағыулығы менән йәлеп итә
Сағыулығы менән йәлеп итә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: