+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Үҫкәс, хәрби булам"

Рәсил Исмәғилев Бүздәктәге 2-се урта мәктәптең V синыфында тик «бишле» билдәләренә генә уҡый.

"Үҫкәс хәрби булам"
"Үҫкәс хәрби булам"

Тәрән фекере, оҫта һөйләүе менән «Халиҡов уҡыуҙары»нда әллә ҡайҙан үҙенә иғтибарҙы йәлеп итте ул.
Синыф етәксеһе, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ә.Р.Төхфәтшина менән махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан гвардия подполковнигы Ленар Рөстәм Еникеевҡа бағышланған «Исемеңде онотмайбыҙ» тигән тикшеренеү эшен башҡарғандар икән. Эш барышында яугирҙың әсәһе Тутыя Тимерғази ҡыҙы, синыфташтары, уҡытыусылары менән һөйләшкән. Яугирҙың бәләкәй сағында иң яратҡан дәресе тарих икәнен, тоғро дуҫ, талапсан булғанын, дөрөҫлөктө яратҡанын, Чечня, Адыгея, Дағстан, Төньяҡ Осетияла барған хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡанын, Батырлыҡ ордены, Суворов миҙалы менән бүләкләнгәнен асыҡлаған. Һәләк булғандан һуң Шайморатов миҙалы менән наградланған.
Яҡташ яугирҙар исемен мәңгеләштереү маҡсатында был мәктәп эсендәге стенаға 5 мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
«Синыфта 25 уҡыусы уҡый. Рәсил – уҡыу алдынғыһы. Музыка мәктәбенең баян синыфына йөрөргә өлгөрә, өҫтәүенә, райондың баскетбол һәм мини-футбол командаһы ағзаһы ла», – ти ғорурлыҡ менән Әлфиә Рудил ҡыҙы уның тураһында.

31 йыл педагогик стажлы, шуның 23 йылын директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләгән уҡытыусының уҡыусылары район, республика кимәлендә үткән күп кенә конкурстарҙа призлы урындарҙы йыш алыуын әйтеп китеү кәрәктер.
Рәсил үҙенең киләсәк һөнәрен дә һайлап ҡуйған инде. «Үҫкәс, хәрби кеше булам. Ватанды һаҡлауға үҙ көсөмдө индерәсәкмен», – ти.


Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле һәм  әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Илеш районы, Исәмәт урта мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: