+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Көлкө көнөнә арналды

1 апрель —  бала саҡтан уҡ алдаҡсылар, шаяндар көнө ине. Бер-беребеҙҙе алдап, шаяртып бер була инек. 

Көлкө көнөнә арналды
Көлкө көнөнә арналды

Кәйефтәр гел күтәренке, янда гел көлдөрөп, йылмайтып торор кешеләр күберәк булһын ине. Бына Стәрлетамаҡ районы Үрге Услы мәҙәниәте йортонда ла,  VIII, IX синыф уҡыусылары араһында КВН булып үтте. "Услинский движ" һәм "Леопольдики" командалары көсөргәнешле көс һынашты. Уйын этаптары —   командалар менән таныштырыу;  ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап биреү; Рәсәй әртисе тормошон сәхнәләштереү;  өйгә эш —  "Күңелле ғаилә" тормошонан күренеш. Командаларҙы ситтән килгән жюри ағзалары баһаланы. Рязановка мәҙәниәте йорто етәксеһе, жюри етәксеһе Светлана Андреевна:

—  Йәштәр өсөн бындай матур сараларҙы йышыраҡ үткәреп торорға кәрәк, ауыл эсендә генә түгел, ә инде күрше ауылдар араһында ла, тине.

Һөҙөмтә лә "Леопольдики" командаһы Гран-при яулап, көлкө көнөнөң кубогын яуланы. Уҡыусылар өсөн был сара киләсәктә үтәсәк ярыштарға ҙур этәреш булып ҡаласаҡ.

Сулпан ЮЛДАШЕВА.

Көлкө көнөнә арналды
Көлкө көнөнә арналды
Көлкө көнөнә арналды
Көлкө көнөнә арналды
Көлкө көнөнә арналды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: