+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күлдәктәр сигеүле, камзулдар – бәрхәттән

Илеш районында төньяҡ-көнбайыш башҡорттары йәшәй. Беҙҙең милли кейемдәр башҡа яҡтарҙыҡынан айырылып тора, сөнки һәр ырыуҙың үҙ тамғалары, биҙәктәре булған.Мин бер көндө төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, уларҙың боронғо кейемдәре тураһында күберәк белергә теләп, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы булған Муса Гәрәев исемендәге Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Гүзәл Рәсим ҡыҙы НУРЫЕВА менән осраштым.

Күлдәктәр сигеүле, камзулдар – бәрхәттән
Күлдәктәр сигеүле, камзулдар – бәрхәттән

– Беҙ үҙебеҙҙең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары икәнебеҙҙе онотмаҫҡа, халҡыбыҙҙың тарихын белергә, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, милли кейемдәрен һаҡларға тейешбеҙ, – тине ул.
– Гүзәл Рәсим ҡыҙы, беҙҙең яҡ баш­ҡорттары борон нисек кейенгән? – тип ҡыҙыҡһындым.
– Борон ҡатын-ҡыҙ өсөн кейем тәбиғи туҡыманан тегелгән. Эшләгән ваҡытта, бәләкәй балаларын ҡарағанда, аш-һыу әҙерләгәндә уңайлы булыуын иҫәпкә алғандар.
Байрамдарға ҡатын-ҡыҙ, әлбиттә, иң яҡшы кейемдәрен кейгән. Уларға сәскәләр, япраҡтар, тәбиғәт менән бәйле биҙәктәр сигелгән булған.
– Ни өсөн тап сәскәләр һәм япраҡтар?
– Сөнки тәбиғәтебеҙ бик бай һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, шуға ла инде был кейемдәрҙә сигелгән сәскәләрҙе, биҙәкле үҫемлектәрҙе күрәбеҙ. Ҡатын-ҡыҙ түштәрен биҙәү өсөн күкрәксә лә таҡҡан, ул алмиҙеүҙе хәтерләтә. Был биҙәктәр иғтибарҙы йәлеп итеп, яуыз рухтарҙан, күҙ тейеүҙән һаҡлай, тип ышанғандар.
– Кейемдәр тағы ла нимә менән биҙәлгән?
– Таштар, бәләкәй тәңкәләр менән. Барыһы ла ғаилә хәле менән бәйле бул­ған. Бай сауҙагәрҙәр теплоходта Ағиҙел йылғаһы буйлап Ижевскиға барып етә алған. Унда ҙур баҙарҙа ҡиммәтле таштар һатылған. Уларҙың ҡатындары, ҡыҙҙары кейемдәренең күкрәк өлөшөн шулар менән дә биҙәгән.
– Башҡорт камзулы тураһында ла һөйләп китһәгеҙ ине.
– Беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ҡыҫҡа ғына камзул кейгән. Улар уңайлы, тегелеше менән татарҙарҙыҡынан айырыла. Беҙҙекеләр һәр ваҡыт бәрхәттән тегелгән. Ситтәре сигелгән, шулай уҡ ваҡ таштар менән биҙәлгән булыуы ла мөмкин.
Биҙәктәр ябай булмаған, ә Ағиҙел йылғаһын сағылдырған, сөнки республикабыҙҙың иң ҙур йылғаһы беҙҙең Илеш районы буйлап та аға. Бындай тулы һыулы йылғаның булыуы ҙур байлыҡ һаналған. Уның буйлап кешеләр хәрәкәт итә, тимәк, башҡа халыҡтар менән аралаша, үҙ тауарын тәҡдим итә, бүтәндәрҙең дә әйберҙәрен һатып ала алған. Шулай итеп, сауҙа халыҡ өсөн ҙур мөмкинлектәр асҡан.
– Бында бик матур яулыҡ күрәм, ул ҡайҙан?
– Француз яулығы. Ҡатын-ҡыҙҙар, ғөмүмән, яулыҡ ярата, ә француз яулыҡтарын бигерәк тә. Улар бик матур һәм еңел булған. Ҙур ҡыҙыл биҙәкле, ҡусҡарлы яулыҡты йәш ҡыҙҙар һәм ҡатын-ҡыҙҙар ябынған. Ә өҫтөнән башлыҡ та кейгәндәр.
– Ни өсөн француз яулығы тип атал­ған?
– Француздарға ҡаршы һуғышта беҙҙең башҡорт ата-бабаларыбыҙ ҙа ҡатнаша, уларҙың батырлығын күреп, француздар «төньяҡ амурҙары» тип атай үҙҙәрен. Париж урамдарында ҡурайҙа уйнап та үҙҙәрен таныталар. Матур яулыҡтарҙы күреп, беҙҙең батырҙар үҙҙәренең ҡатындарына, ҡыҙҙарына бүләккә алып ҡайталар. Шунан бирле беҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары француз яулыҡты бик яратып ябынған.
– Гүзәл Рәсим ҡыҙы, әңгәмә өсөн бик ҙур рәхмәт. Төньяҡ-көнбайыш баш­ҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемдәре тураһында күпте белдем. Ошо интервью­ны уҡыған башҡа уҡыусылар ҙа ата-бабаларыбыҙҙың тормош-көнкүреше, йәшәйеше менән ҡыҙыҡһыныр, кейемдәрендә биҙәктәрҙе ҡулланыр, тигән теләктә ҡалам.

Алина ВИЛДАНОВА, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәп.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: