Дәрескә уҡытыусыбыҙ Зөһрә Ғәли ҡыҙы Сәхибгәрәева менән берлектә милли кейемдәр кейеп, матур биҙәүестәр тағып килдек. Был байрам беҙгә тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе тырышып өйрәнергә дәрт өҫтәй.
Айгөл АБЗАЛОВА,
I “А” синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 48-се башҡорт лицейы.