+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү көнөнә арнап

Хәйбулла районының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют хеҙмәткәрҙәре “А зори здесь тихие” билдәле фильмы мотивы буйынса видеоролик төшөрҙө. 

Еңеү көнөнә арнап
Еңеү көнөнә арнап
 

– Яҙманы ҡыҫҡа метражлы фильмдар конкурсына “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш район-ара үҙәгендә төшөрҙөк. Тәүҙә ниндәй фильмды алыу тураһында оҙаҡ уйландым. Иң яратҡан хәрби фильмдарымдың береһе – “А зори здесь тихие” киноһына туҡталдым. Видеороликты Йәнтеш һәм Атингән ауылдарында төшөрҙөк. Беренсе тапҡыр өсөн бик уңышлы килеп сыҡты. Күптәр хупланы. Бынан тыш, видеоға төшөрөү, аҙаҡтан монтажлау буйынса тәүге тәжрибәм булды, – тине Хәйбулла районы буйынса балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют мөдире Ләйсән Рәхмәтова.

Видеороликта ролдәрҙе өҫтәмә белем биреү педагогы И. Манишев, социаль приют мөдире Л. Рәхмәтова, белгес-реабилитолог Д. Хәсәнова, тәрбиәсе Ю. Величко, ғаилә менән эшләү буйынса белгес Л. Дәүләтшина, кесе тәрбиәсе Ф. Сәмикаева уйнаны.

Мәрйәм ИМАНҒОЛОВА.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: