Ул Өфө ҡалаһындағы Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһында белем ала. III синыфты тик «бишле» билдәләренә генә тамамларға тора. Башҡорт теле, урыҫ теле, математика дәрестәрен ярата. Шиғырҙар һөйләргә әүәҫ, төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша, Калинин районында призлы урындар ҙа яулағаны бар.
Ҡыҙыҡай бик матур йырлай. Мәктәп ҡарамағындағы «Шатлыҡ» ансамбле Сулпанға был һәләтен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Етәксеһе – Дилара Ғиндулла ҡыҙы Кәримова ла бик маҡтай үҙен. Ҡала кимәлендә лә һынатмай бит! Уның киләсәктә йырсы ла, теш табибы ла булғыһы килә.
Өйҙә Сулпан әсәһенә ярҙамлашып ҡына тора. Уға бигерәк тә бергәләп аш-һыу әҙерләү оҡшай. Ҡулынан килә, тәмле килеп сыға, тип маҡтай кинйәкәйҙәрен Зөһрә Мәғәсүм ҡыҙы менән Фәнил Нил улы.
Йәйге каникул да яҡынлаша. Сулпан Айсилә һәм Азалина апайҙары менән ауылға – олатай-өләсәйҙәре янына барыуҙы ашҡынып көтә. Улар Учалы районы Иманғол ауылында йәшәй.
Артабан да уңыштар теләйбеҙ һиңә, Сулпан!