+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алайғыр ҡыҙы Фидалиә

Фидалиә Ирмәкова Иҫке Бәпес урта мәктәбенә Алайғыр ауылынан йөрөп уҡый.

Алайғыр ҡыҙы Фидалиә
Алайғыр ҡыҙы Фидалиә

Бик әүҙем, тырыш ҡыҙ III синыфты «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә тамамланы. Башҡорт теле уҡытыусыһы булараҡ, Фидалиә менән төрлө конкурстарҙа ҡатнашып торабыҙ.
Һәләтле уҡыусыбыҙ «Йәншишмә» гәзите Халыҡ-ара туған телдәр көнө айҡанлы үткәргән «Яратам мин телемде» тигән видеоконкурста III урын яуланы. Үҙебеҙҙең районда башҡорт теле көнөнә арналған шиғри бәйгелә енеүсе булды. Әлшәй районындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы ойошторған «Буранғолов көндәре»ндә уҡытыусы тураһында һүрәте менән ҡатнашып, «Ер йөҙөндә яғымлыраҡ һөнәр юҡ» номинацияһында Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнде.
Фидалиә тасуири итеп шиғыр ҙа һөйләй, матур итеп йырлай ҙа. «Башҡорт мозаикаһы» Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалендә ҡатрнашып, шиғыр һәм йыр буйынса I урынға лайыҡ булды (етәксеһе – Эльвира Хәмиҙуллина).
Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале барышында үткән «Башҡорт аты» ижади конкурсында ла үҙ оҫталығын күрһәтте ул. Фидалиә төрлө яҡлап һәләтле: матур итеп бейей ҙә.
Ҡыҙҙарын милли рухта тәрбиәләгән ата-әсәһенә, өләсәй-олатаһына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Сөнки телгә һөйөү ғаиләнән башлана.

Ләйсән АБДУЛЛИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Иҫке Бәпес мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: