Һабантуй байрамын үткәреү беҙҙең балалар баҡсаһында матур традицияға әйләнде. Байрамды өлкән төркөм балалары һәр төркөмдән ”бирнә“ йыйып башлап ебәрҙе. Тәрбиәселәр һәм балалар ”бирнә“ йыйыусыларға яулыҡ, таҫтамал, ҡулъяулыҡ бүләк итеп, ҡолғаға бәйләне. Баҡсабыҙҙың мөдире Рима Рәшит ҡыҙы Шәрәфетдинова һәм ҡунаҡҡа килеүсе өләсәйҙәр байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Матур йырҙар яңғырап торған майҙансыҡҡа кескәйҙәрҙең шат тауыштарын ишетеп байрам ҡунағы Батыр (тәрбиәсе – Г.Ш. Байғабулова) килеп етте. Музыка етәксеһе Ә.И. Сәлимова байрамды күңелле көйҙәр менән “биҙәне”. Балалар “Ат”тарҙа елдерҙе, ҡалаҡ менән йомортҡа ташыны, тоҡ кейеп йүгерҙе. Малайҙар “Милли көрәш”те үҙ итһә, ә ҡыҙҙар күнәк менән һыу ташып ярышты. Байрам көлөшә-көлөшә бергәләп сәй эсеү менән тамамланды.
Йәмилә Хәйбуллина, балалар баҡсаһының өҫтәмә белем биреү педагогы.
Хәйбулла районы.