Уҡыусылар ырыуҙарға бүленеп, һәр көнөн күңелле үткәрҙе. Улар өсөн төрлө конкурстар, ярыштар ойошторолдо. Көн һайын бер башҡорт йырын, бейеүен, балалар уйындарын өйрәттек. «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән күңелле осрашыу булды. Яратҡан гәзитебеҙгә яҙылдыҡ.
Арҡауылдағы «Монай» ял итеү үҙәгенә, Иҙрис мәмерйәһенә, Салауат батырыбыҙҙың тыуған ауылы Тәкәйгә сәйәхәт тә ҡыҙыҡлы булды. Балалар күпте күреп, белеп ҡайтты.
Лагерҙа ял итеү бөтәһенә лә оҡшаны.
Юлиә ШӘМСЕТДИНОВА, уҡытыусы.
Салауат районы, Әлкә мәктәбе.