Алты тажды бушҡа тиерлек бөтөрөп, етенсеһе менән изгелек эшләй ҡыҙ – Витя исемле малайға атлап йөрөү һәләте бүләк итә...
Музыканан белем биреүсе Гөлнара Ғизәр ҡыҙы Ғиззәтуллина ойошторған сарала балалар менән ошо йәнһүрәтте ҡараныҡ. Һуңынан фекер алышыу үтте. Кескәйҙәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә һәр саҡ таяныс булырға, ярҙам итергә кәрәклеген аңланы.
Зөләйха ВӘЛИУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы, 251-се балалар баҡсаһы.