Йыл да, йәштәргә йәпләшергә йәтешләп, «Йәншишмә»гә йәнәш йөрөйөм. «Йәншишмә» йөрәккә йылы йүгертә, йәнә йәнгә лә йыуаныс! Йөрәктәргә йоғоносло йәнтерәкһеҙ – «Йәншишмә»һеҙ йөҙәрбеҙ, йонсорбоҙ.Йөҙөбөҙҙө «Йәншишмә»гә йүнәлтмәһәк, йомартланмай, йыйылған «йөҙлөк»тәребеҙҙе йәлләһәк, йөнтәфейләнербеҙ, йәнебеҙ йәнселер. Йәгеҙ, йәмәғәт, йоҡомһорап йөрөмәйек, йәшәйешебеҙҙе йәмләүсе, йәшәртеүсе «Йәншишмә»гә йыбанмай, йәһәтләп, йылдамыраҡ йомолайыҡ! Йырҙа йырланғанса – йондоҙҙарҙай йылмайып йәшәйек!
Балаларыбыҙҙың балаларына – балдан да баллыраҡ бәләкәстәребеҙгә бүләк булыр был баҫма. Балаларыбыҙ барыһы ла бәхетле булһын!
«Йәншишмә» гәзитенә яҙылыуға өгөтләүсе аҡһаҡал:
Сибайҙан Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.