-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй

Һәр кемдең дуҫы була, ә минеке – быйыл III синыфты тамамлаған Нәргизә.

Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй
Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй

Беҙ уның менән буш ваҡытыбыҙҙы гел бергә уҙғарырға яратабыҙ. Икәүләп китап уҡыйбыҙ, ҡыҙыҡлы, мажаралы фильмдар ҡарайбыҙ. Аҙаҡ фекерҙәребеҙ менән бүлешәбеҙ.
Нәргизә минән бәләкәйерәк булһа ла, үҙен тиң күрәм. Мәктәптә уҡыу ваҡытында ла тәнәфестә осрашып, төрлө ҡыҙыҡтар һөйләшеп алабыҙ. Уға серҙәреңде лә ҡурҡмайынса асыр­ға була. Ышаныслы, һүҙ һаҡлай белә. Кәрәк икән, ярҙам­ға килергә әҙер.
Бергәләп спорт түңәрәгенә йөрөйбөҙ. Икебеҙ ҙә волейбол яратабыҙ. Ҡыҙыҡһыныу, шөғөл бер булғас, беҙгә күпкә еңел. Һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй. Әхирәтем шундай шаян. Миңә күңелһеҙ булып китһә, юҡтан бар яһап, көлдөрөргә тырыша. Матур итеп йырлай үҙе, был һәләте әсәһенән күскәндер, моғайын. Мин дә унан ҡалышмайым, концерттарҙа ҡатнашам. Киләсәктә сәхнәлә бергәләп йырларға теләгебеҙ бар.
Артабан да дуҫлығыбыҙ да­уам итер, ныҡлы булыр, тип ышанам.

Диана НУРЛЫҒАЯНОВА.
Баймаҡ районы, Ҡаратал ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: