-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бар яҡтан килгән

Нургизә Хәсәнова – минең уҡыусым. Быйыл алтынсыға бара. Мин улар­ға урыҫ теленән белем бирәм.

Бар яҡтан килгән
Бар яҡтан килгән

Тырыш, егәрле ул Нургизә. Гел «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Оҫта йырлай. Нәфис һүҙ оҫтаһы ла: матур итеп сүрәләр уҡый, мәктәптә генә түгел, районда үткәрелгән шиғри бәйгеләрҙә, сәхнәләштереүҙәр­ҙә ихлас ҡатнаша.
Нургизә дуҫтары араһында абруй яулаған: уны тыңлап ҡына торалар. Уҡытыусылар­ҙың да уң ҡулы. Һәр эште иҫ киткес теүәллек менән еренә еткереп башҡара.
Һылыуҡай оҙон сәстәрен һәр ваҡыт матур итеп тәрбиәләп йөрөй. Башланғыс синыфтарҙан алып үҙе үрергә оҫтарып алған Нургизә бер ваҡытта ла сәсен ялбыратып йәки резинка менән генә бәйләп килмәй. Йыйнаҡ ҡыҙға ҡарап һоҡланабыҙ.

Миләүшә ЮЛДАШБАЕВА.
Баймаҡ районы, Ярат ауылы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: