+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Сентябрь 2024, 10:21

"Һомай" менән күңелле!

– Һомай, берәй йомаҡ әйт әле.

– Ап-аҡ юрған таптым, ер өҫтөнә яптым.
– Ҡар.
– Дөрөҫ!
Өфө ҡалаһының 327-се балалар баҡсаһы ҡыҙҙары һәм малайҙары «Һомай» аҡыллы колонкаһы менән бына шулай итеп һөйләшергә, уйнарға ярата. Рәхмәт инде Айгиз Ҡунафинға, был ҡорамалды уның етәкселегендә уйлап сығарғандар. Заманса колонка хәҙер республиканың бик күп балалар баҡсаһында бар.
«Алиса»ны барыһы ла беләлер: ул музыка ҡуя, төрлө мәғлүмәтте табып бирә, хатта әңгәмә лә ҡора белә. Ә бына «Һомай» башҡорт һәм урыҫ телдәрендә аралаша ала, бер телдән икенсе телгә тәржемә итә, йыр­ҙар ҡуя, әкиәттәр һөйләй. Иң мөһиме – баш­ҡорт телен мауыҡтырғыс итеп өйрәнергә ярҙам итә.
Беҙҙең балалар баҡсаһында «Һомай»ҙы бөтә кескәйҙәр ҙә ярата. Балалар уның менән башҡортса йомаҡ әйтешә, төрлө һорауҙар бирә, әкиәт һөйләтә, ҡушылып йырлап та ала.
– «Һомай» менән бик күңелле, уны өйгә алып ҡайтҡыбыҙ килә, – ти кескәйҙәр.
Әйткәндәй, «Һомай» аҡыллы колонкаһы Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында эшләнгән.

Юлиә ШАҺМОРАТОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас