+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Шаулап-гөрләп үтте йәрминкә

Өфө районының Булгаков ауылындағы “Ете тажлы гөл-сәскә” балалар баҡсаһында көҙгө йәрминкә ойошторолдо...

Шаулап-гөрләп үтте йәрминкәШаулап-гөрләп үтте йәрминкә
Шаулап-гөрләп үтте йәрминкә

Көҙ – йылдың уңышҡа йомарт иң күркәм миҙгеле. Балалар баҡсаһында уны айырыуса тулҡынланып көтөп алалар. Сөнки был – яңы осрашыу, яңы белем һәм яңы башланғыстар осоро.

Өфө районының Булгаков ауылындағы “Ете тажлы гөл-сәскә” балалар баҡсаһында көҙгө йәрминкә ойошторолдо. Беҙҙең өсөн был көн ысын мәғәнәһендә байрамға әүерелде. Унда балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.

Йәрминкәлә һатыуға төрлө әйберҙәр ҡуйылды. Был көндө сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренә оҡшаған ризыҡты һатып алыу мөмкинлегенә эйә булды: хуш еҫле күмәс, татлы бәлеш, печенье, алма һәм башҡалар. Йәшелсә һәм емеш-еләктән тыш, балалар ата-әсәләре менән бергә ҡул эштәре лә килтергән.

Байрамды “Нурлыҡайҙар” полилингваль мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө йыр-моң менән асып ебәрҙе. Балалар дәртле музыкаға йырланы, бейене. Байрам сағыу һәм онотолмаҫ тәьҫораттар алып килде. Уның барышында балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. Бөтәһе лә бик әүҙем ҡатнашты.

Шулай итеп, көҙгө йәрминкә беҙҙең яҡшы йолабыҙға әүерелер, тип ышанабыҙ. Иң мөһиме – донъяларыбыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын! Балалар баҡсаһы коллективы байрамыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә рәхмәт белдерә.

Гөлнур АҘНАБАЕВА, тәрбиәсе.

Өфө районы.

 

 

 

 

Шаулап-гөрләп үтте йәрминкә
Шаулап-гөрләп үтте йәрминкә
Шаулап-гөрләп үтте йәрминкә
Шаулап-гөрләп үтте йәрминкә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас