Уҙған йома көндө мәктәбебеҙҙә Уҡытыусылар көнөнә арналған бик йәмле кисә үтте. Уларға бағышлап күп изге теләктәр, матур һүҙҙәр әйтелде, йырҙар йырланды, шиғырҙар һөйләнде. Ошо минутта мин дә үҙемдең беренсе уҡытыусым Илвира Нәҙиф ҡыҙы менән ғорурланып та, һоҡланып та ултырҙым. Ысынлап та, барлыҡ әйтелгән һүҙҙәр ҙә үҙенә тап килеп тора. Илвира Нәҙиф ҡыҙы яғымлы ла, көләс тә, тыныс холоҡло ла, аҡыллы ла, ярҙамсыл да, шул уҡ ваҡытта талапсан да. Беҙгә, уҡыусыларына, бөтә көсөн биреп, бейек фәндәр тауына етәкләүсе лә ул. Уның матур итеп һөйләүен йотлоғоп, бер тында тыңлайбыҙ. Әле генә мәктәп ишеген үрелеп асҡан көн ине, бөгөн инде – беҙ дүртенсе синыф уҡыусылары. Дүрт йыл буйы Илвира Нәҙиф ҡыҙы икенсе әсәйебеҙгә лә әйләнгән икән. Миңә ул шул тиклем яҡын!
Илвира Нәҙиф ҡыҙы Асҡын районы Билгеш ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте уңышлы тамалағандан һуң, Нефтекама педучилищеһында белем ала. Уҡытыусы һөнәре кешегә еңел генә бирелмәй икән ул. Ысын уҡытыусы булыр өсөн ғүмер буйы уҡырға кәрәк! Илвира Нәҙиф ҡыҙы уҡыуын Бөрө педуниверситетында дауам итә. Уны уңышлы тамамлағандан һуң, Серафимовка ауылының 3-сө мәктәбенә эшкә килә, ғаилә ҡора. Бына инде ул үҙенең егерме йылдан ащыу ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. “Мин тормошомдо яратҡан уҡыусыларымдан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым” , – ти Илвира Нәҙиф ҡыҙы. Ысынлап та, уҡытыусы булыр өсөн иң тәүҙә балаларҙы яратырға кәрәк. Илвира Нәҙиф ҡыҙы үҙе лә аҡыллы ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.
Мин беренсе уҡытыусымды бик яратам. Бигерәк тә уның һәр иртә беҙҙе йылмайып ҡаршы алыуын, кәйефһеҙ ваҡыттарҙа күңелде күтәрә белеүен, аҡыллы кәңәштәрен көтөп алам. Яратҡан уҡытыусыма эшендә ҙур уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ, аҡ бәхеттәр теләйем!
Сәминә ӘХМӘТОВА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы.