“Умырзая”, “Аҡ сәскә” мәктәпкә әҙерлек төркөмдәрендә үткәрелгән “Башҡортостан – тыуған илем” исемле байрам гимн менән башланып китте. Балалар тылсымлы ҡурай сәскәһе тажында бирелгән эштәрҙе үтәне. Улар ошолай республикабыҙ тураһындағы белемдәрен байытты. Викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр, ҡурай моңон тыңланылар, тыуған ил тураһында йыр йырланылар, халҡыбыҙҙың уйындарын уйнап күңел астылар.
Балаларҙың Тыуған ил тураһында белемдәрен киңәйтеүгә, милләт-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә, халҡыбыҙҙың традицияларын һаҡлауға һәм арттырыуға йүнәлтелгән сара тәрбиәләнеүселәребеҙ күңелендә оҙаҡ һаҡланыр, тигән өмөттәбеҙ.
Йәмилә ХӘЙБУЛЛИНА, өҫтәмә белем биреү педагогы.
Хәйбулла районы.