Минең тыуған ерем – Башҡортостан. Ул әсәм кеүек бер генә. Ул мәңгелек.
Ошо оло Башҡортостаным киңлегенә алтын бишек – бәләкәй атайсалым Юлдыбайым эленгән. Юлдар сатында имен, хәйерле юлдар теләп, фатихаһын биреп ҡалған ғәзиз әсәмдәй ҡәҙерле, яҡын миңә. Аҡ ҡылғандай сал сәсен көн дә йомшаҡ ел наҙлап иркәләй.
Ҡыҙылғанат, сабаҡ һәм башҡа төрлө балыҡтары рәхәтләнеп йөҙөр һәм сарпыр татлы һыулы Һаҡмарым йылы ҡосағына һыйындырған тыуған ауылымды.
О, Һаҡмар! Һаҡмарым! Ниндәй серҙәр һаҡлайһың?! Бөгөнгөнө боронғолоҡ, Урал батыр дәүере менән бәйләр көмөш муйынсаҡ бит һин. Һаҡһыҙ ҡыланырға ярамай. Һине һаҡларға кәрәк, Һаҡмарым! Ынйы бөртөктәрең өҙөлөп, тирә-яҡҡа сәселеп юғалып ҡуймаһын.
Ауылыбыҙҙың аҫыл улы (бөгөн Юлдыбай мәктәбе уның исемен йөрөтә), күренекле яҙыусы Мөслим Бәхтийәр улы Әбсәләмов яҙған кеүек, Ер шарында беҙ бөтәбеҙ ҙә бер туған. Ошо туғанлыҡ ебе өҙөлмәһен. Тыныслыҡ һәм татыулыҡ килһен Еремә! Бөйөк "Урал батыр" эпосыбыҙҙы онотмайыҡ, батыр ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы данлайыҡ ... Бөтәһе лә һинең тулҡынланып ағыр йөҙөңә яҙылған, Һаҡмар-йылғам.
Мин хәҙер – йәш шайморатовсы. Бөркөттәй халҡым күңелен иңләр тыуған еремдең ҡыйыу улының исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант бирәм! Һәм рухым менән тоям: беҙҙең иңдә – ҙур яуаплылыҡ. Һәр беребеҙ кеүек мин дә – хәтер муйынсағының ынйы бөртөгө. Ерем, телем, беҙ барҙа ул мәңгелек!
Зарифа БАҺАУВА,
Мөслим Бәхтийәр улы Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай урта мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы.
Луиза ХАММАТОВА һәм Айназ МОСТАФИН фотолары.