+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
15 Октябрь 2024, 11:40

“Ҡояш нурҙары эҙҙәренән” һүрәттәр конкурсы ойошторолдо

Ауырғазы районының балалар китапханаһында билдәле шағир Рәшит Назаровтың 80 йәшлек юбилейына арналған "Ҡояш нурҙары эҙҙәренән" һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды.

“Ҡояш нурҙары эҙҙәренән” һүрәттәр конкурсы ойошторолдо“Ҡояш нурҙары эҙҙәренән” һүрәттәр конкурсы ойошторолдо
“Ҡояш нурҙары эҙҙәренән” һүрәттәр конкурсы ойошторолдо

Беҙҙең Талбазылағы лицей уҡыусылары ла әүҙем ҡатнашып, уңыштарға өлгәште. Мәҫәлән: Яҙгөл Шәйәхмәтова, Розалина Сәйфуллина, Алһыу Зәрипова, Алина Кулагина – I урын, ә Руслана Рауилова, Тамила Хәмитова, Арина Кулагина II урынды яулаһа, Дарина Үтәйева, Карина Үтәйева менән Камилла Рәхимова III урынға лайыҡ булды. Уҡыусыларҙың бөйөк шағирҙың ижадын үҙ итеүе, шиғырҙарын уҡып, күңелдәре аша үткәреп, ҡағыҙға һүрәт итеп төшөрөүҙәре күңелгә ниндәйҙер йылылыҡ бирә.

Шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың ижады мәңге йәшәйәсәк һәм онотолмаясаҡ, тип тамамланды сара.

 

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

“Ҡояш нурҙары эҙҙәренән” һүрәттәр конкурсы ойошторолдо
“Ҡояш нурҙары эҙҙәренән” һүрәттәр конкурсы ойошторолдо
“Ҡояш нурҙары эҙҙәренән” һүрәттәр конкурсы ойошторолдо
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас