Бер көндө 35-се янғын һүндереү бүлегенең уҡыу полигонында ла булдылар. Унда балалар янғын һүндереүселәрҙең махсус кейемдәрен, ниндәй әҙерлек, күнекмә үтеүҙәрен күрҙе. Кескәйҙәр ағайҙарының көндәлек эш серҙәрен белеп, янғын һүндереү машиналарын ҡарап һоҡланды.
Тормошта хәүеф-хәтәр сығып тора. Балаларға бәләкәйҙән уттан нисек һаҡланыуҙы ла белеү мөһим.
Кескәйҙәргә янғын һүндереүселәр янында булыу ныҡ оҡшаны.
Ирина ЛАВРЕНТЬЕВА, 276-сы балалар баҡсаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.