Улар мал ҡарап, ҡош-ҡорт һәм баҡса үҫтерә. Беҙ олатайымды бик яратабыҙ. Ул беҙҙең ҡайтҡанды һағынып көтөп ала. Әгәр ҙә оҙағыраҡ ҡайтмай торһаҡ, үҙе килеп етә.
Беҙ ғаиләлә өс малай үҫәбеҙ. Йәй көнө күбеһенсә ауылда булабыҙ. Олатайым: “Ир-егет, ҡатын-ҡыҙ эшен дә айырып тормай өйрәнеп үҫегеҙ”, – ти.
Шулай шәп бул, оҙаҡ йәшә, олатай!
Айхан ҒИМАЛДИНОВ, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.