Көндәр ҙә матур торғас, улар беренсе сиректең тиҙ генә үтеп киткәнен дә һиҙмәне. Әле беренсе сиректе яҡшы билдәләренә генә тамамланы. Маладистар!
– Синыфымдағы һәр бер бала – үҙе бер шәхес. Һәр береһенә айырым иғтибар итергә тырышам. Уларҙың күңеле матур үҫһен өсөн төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрәм. Бәләкәй генә әңгәмә ҡорам. Дәрес бөтһә лә, төрлө һорауҙарын биреп янымдан китмәйҙәр. Быйылғы көҙ миҙгелендә күберәк тәбиғәттә лә булырға тырыштылар. Ана, фотоларына күҙ һалығыҙ әле! – ти синыф уҡытыусылары Динә Ғәфүр ҡыҙы Мырҙағәлина.
Эйе, бигерәк матур, иҫтәлекле фотолар шул!
Һүрәттәрҙә: Зарифа Аҙнағолова, Илзинә Хәмитова, Нурзидә Алсынова, Рания Үлйәбаева, Илина Ырыҫҡолова, Әмилә Рәхмәтуллина, Данияр Сәйғәфәров, Фәрхәт Усманов, Арсен Тотманов, Гөлфинә Ҡормашева, Рамаҙан Ырыҫбаев, Нургиз Йәнбирҙин һәм Амалия Ниғмәтова.
Каникулдарығыҙ матур үтһен, өсөнсөләр!