Экологик хәл темаһы бик көнүҙәк, сөнки хәҙер ҡалдыҡтар шул тиклем күп, уларҙы утилләштереү проблемаһы көндән-көн етдирәк була бара. Күптәребеҙ хатта тирә-яҡ мөхиттең торошо беҙҙең көнкүреш тәртибебеҙ менән туранан-тура бәйле тип тә уйламай. Ошондай күренеште йыш күҙәтергә мөмкин: ҡулланылған батареялар тәртипһеҙ рәүештә өй буйлап тарала, ә һуңынан ғәҙәти сүп-сар менән бергә ташлана. Бәләкәй генә әйберҙең кеше өсөн һәм, дөйөм алғанда, тирә-яҡ мөхит өсөн ғәйәт ҙур хәүеф сығанағы булып торғаны бер кемдең дә башына килмәй.
Беҙ был хәлгә битараф ҡала алманыҡ һәм экологик акция үткәрҙек. Бөтә йыйылған батареялар ҡабул итеү пунктына тапшырылды. Экологик акцияла әүҙем ҡатнашҡан ата-әсәләргә һәм балаларға рәхмәт белдерәбеҙ!
Әлфиә ҠУЛМӨХӘМӘТОВА.
Өфө ҡалаһы.