Һәр йыл һайын ноябрь айында әсәйҙәр байрамы үткәрелә. Уҡыусылар үҙҙәренең йылы һүҙҙәрен еткерә, бүләктәрен тапшыра. Һөйөклә кешеләребеҙгә бағышлап ижади эштәр, һүрәттәр, фотолар конкурсы уҙғарыла. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырыла. Әсәйҙәр үҙҙәренең балалары өсөн ҡыуанып, ғорурланып ултыра. Беҙҙә ҙә шатланабыҙ.
Әсәйем – Көнһылыу Ғаяр ҡыҙы, ауылыбыҙҙың мәҙәниәт йорто етәксеһе. Ул үҙенең эшен ныҡ ярата: төрлө саралар үткәрә, ауыл халҡы, әртистәр менән осрашыуҙар, концерттар ойоштора.
Ул саҡ ҡына өйҙә булмаһа, күңелһеҙләнеп йөрөйөм, ҡайтҡанын тәҙрәнән күҙҙе алмай көтәм. Ағайым-еңгәйемдәр менән әсәйем бешергән аш-һыуҙарҙы яратып ашайбыҙ. Икмәктәре, бәлештәре, тәмлекәстәре телде йоторлоҡ!
Мин мәктәптән ҡайтыуға әсәйем гел йылмайып ҡаршылай. Өҫтәлдә әҙерләгән йылы аштарын һыуындырмай беҙҙе көтә. Яратам мин әсәйемде!
Зөлхизә ШӘРИПОВА, V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.