-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйебеҙ – ғаиләбеҙ йәме

Әсәйем – иң ҡәҙерле кешем. Уны ныҡ яратам!

Әсәйебеҙ – ғаиләбеҙ йәме
Әсәйебеҙ – ғаиләбеҙ йәме

Дәрестәр бөтөү менән өйөбөҙгә ашҡынып ҡайттым да, ҡәҙерлебеҙгә байрам бүләге эшләргә тотондом. Унда: “Әсәй, әсәйем”,– тип яҙҙым да, уйға ҡалдым... Йылы һүҙҙәремде аҡ ҡағыҙға ғына төшөрөп бөтөп булһасы?! Ниҙәр кисергәнде, йөрәк йылыһын ҡағыҙ битенә генә яҙып булмай икән шул...

Әсәйебеҙ – ғаиләбеҙ йәме, өй йылыйһы! Аҙ ғына ваҡытҡа ла ҡайҙалыр юлланһа, һеңлем менән юҡһынабыҙ. Әсәйебеҙ өйөбөҙҙә күп эшләй, ул беҙҙе лә эшкә өйрәтә.

Әсәйем – уҡытыусы, эше ауыр ҙа, яуаплы ла. Уҡыусылары  үҙен ярата, уларға икенсе әсәй кеүек бит ул. Бер ваҡытта ла ярҙамынан ташламай, шуға ла хөрмәт итеп, килеп, хәлен белешеп, байрамдар менән ҡотлап торалар, осрашыуға саҡыралар.

Уға һаулыҡ һәм тик изгелек кенә теләйем. Киләсәктә һинең кеүек булырға тырышам.

 

Динә НУРЛЫҒАЯНОВА,  VI cиныф уҡыусыһы.

Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: