Ғаиләлә – апайым Сөмбөл, ҡустым Имран, һеңлем Әйшә һәм мин тәрбиәләнәбеҙ. Уны бик яратабыҙ. Әсәйем – өлгөр, сибәр һәм яғымлы. Ул бик тәмле итеп бешерә, ризыҡтары телде йоторлоҡ! Ҡәҙерлебеҙ – барыбыҙға ла кәңәшсе лә, әхирәт тә. Әсәйем – беҙгә өлгө! Унан бар эшкә өйрәнәбеҙ.
Сәләмәт бул, әсәй, беҙ һине гел генә шатландырып торорға тырышырбыҙ.
Ынйы ВӘЛИЕВА, III синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.