+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Декабрь 2024, 06:00

Дуҫтар булһа янда

Һәр кемдең дә иң ышаныслы, иң яҡын дуҫы була.

Дуҫтар булһа яндаДуҫтар булһа янда
Дуҫтар булһа янда

Минеке лә бар: бер түгел, өсәү улар. Әҙилә, Алтынай менән башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ гел бергә булдыҡ.
Беҙ өсәүләп шул тиклем ныҡ дуҫлаштыҡ, бер-беребеҙҙән айырыла алмай торғайныҡ. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй ине.

Башланғыс мәктәпте тамамлағас, беҙҙең синыфҡа күрше Мәһәҙей ауылынан бер ҡыҙ уҡырға килде. Исеме – Нургизә. Уның менән дә яҡындан танышып, аралаша башланыҡ. Бик ихлас, алсаҡ, аҡыллы ҡыҙ, яҡшы уҡый, кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба белә. Миңә уның шул сифаттары оҡшай. Хәҙер беҙ –
иң яҡын, тоғро дуҫтарбыҙ. Бер-беребеҙгә терәк, таяныс булырға тырышабыҙ.

Йырҙа йырланғанса, дуҫтар булһа янда, йәшәүе күңеллерәк. Мин быны тойоп, ҡәҙерен белеп йәшәйем.

Диана ТЕЛӘҮСИНА,
V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

 

Дуҫтар булһа янда
Дуҫтар булһа янда
Дуҫтар булһа янда
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас