Ауыл халҡы ла ситтә тороп ҡалманы. Маҡсатыбыҙ – балалар баҡсаһының уйын майҙансығына кәрәкле йыһаз алыу.
Тәүҙә 10 ағзанан торған инициатив төркөм ойошторолдо, үткәреләсәк сараларҙың планы төҙөлдө. Уға ярашлы кескәйҙәр макулатура йыйыу буйынса «Бумбатл» акцияһында, «Хыялымдағы уйын майҙансығы» һүрәттәр күргәҙмәһендә, «Ҡоштарҙы ашат» акцияһында, «Хәйриә йәрминкәһе»ндә әүҙем ҡатнашты. Алдағы көндәрҙә лә ойоштороласаҡ эштәр бихисап.
Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Уларҙың һаулығын нығытыу, ваҡыттарын файҙалы һәм күңелле үткәреү маҡсатында төҙөләсәк уйын майҙансығының булдырылыуына ҙур өмөт бағлап ҡалабыҙ.
Рәхилә ӘХМӘТЙӘНОВА, тәрбиәсе.
Темәс ауылы.