Нимә ул интеллект картаһы?
Интеллект карталарын британ психологы Т. Бьюзен уйлап тапҡан. Ә педагогик фәндәр кандидаты В. Акименко был карталарҙы мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн яраҡлаштырған. Интеллект-карта – мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыу һәм системаға һалыу буйынса иң ябай һәм универсаль ысул.
Тимәк, интеллект-карталар алымы балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Уны эшмәкәрлектә иркен ҡулланып була.
Интеллект картаһын төҙөү өсөн төрлө төҫтәге уҡтар, темаға ярашлы карточкалар кәрәк.
- Интеллект картаһының темаһы (төп идеяһы) ҡап уртала урынлаштырыла. Төп идеяны төрлөсә билдәләргә мөмкин: һүрәт йә схема булыуы мөмкин.
- Төп идеянан уҡтар һыҙыла (ҡуйыла). Улар төрлө төҫтә булыуы ихтимал.
Уҡтарға төп темаға ярашлы карточкалар ҡуйыла. Улар һүрәт, схема, шартлы тамға, фотоиллюстрация формаһында була ала.
Шул рәүешле карта төҙөү дауам ителә.
Аҙаҡ бала ошо схемаға ҡарап һөйләй.
Интелект карталары нимәһе менән отошло?
1. Ул күргәҙмәле.
2. Балалар өсөн ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс.
3. Тәҡдим иткән материал тиҙ иҫтә ҡала.
4. Балаларҙың ижади хыял итеүе формалаша.
5. Улар эҙмә-эҙлекле һөйләргә өйрәнәләр.
6. Бәйләнешле телмәрҙәре үҫешә.
7. Һүҙлек запасы байый.
8. Телмәрҙең лексик- грамматик структураһы камиллаша йәғни бала һөйләмде дөрөҫ төҙөргә өйрәнә.
Интеллект карталар балалар баҡсаһының тематик планына ярашлы ойошторола һәм йомғаҡлағанда ҡулланыла.
Балаларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереүҙә интеллект карталарҙың роле баһалап бөткөһөҙ.
Зилә НИЗАМОВА, "Йәйғор" балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ районы, Темәс ауылы.