Быйыл беҙ театрҙың үҙенә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Төрлө уйынсыҡтар менән биҙәлгән мөһабәт шыршы, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алды.
В. Коростылевтың “Әкиәт илендә мажаралар”ын ҡараныҡ. Вова исемле ялҡау, уҡырға яратмаған малай менән көлкөлө, фәһемле ваҡиғалар уны китапханаға бикләп ҡуйғас башлана. Бал ҡорттары, алтын балыҡ кеүек әкиәттәге персонаждар төп геройҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ярҙам итә. Улар менән бергә Вова төрлө сетерекле хәл-ваҡиғаларға тарый.
Беҙ ҡыҙыҡлы тамаша ҡарап ҡына ултырманыҡ. Сәхнә геройҙарына ҡушылып йырланыҡ. Математика, тирә-яҡты өйрәнеү фәндәре буйынса һорауҙарға яуаптар бирҙек.
Беҙҙе ошондай шәп тамашаларға алып барыусы синыф етәксебеҙ Көнһылыу Ишмөхәмәт ҡыҙына, оҙатып йөрөүсе, фотоға төшөрөүсе ата-әсәләребеҙгә рәхмәт.
Алтынай УРМАНШИНА,
III синыф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.
Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.