+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Минең ҡышҡы каникулым

Мин ҡыш миҙгелен бик яратам.

Минең ҡышҡы каникулымМинең ҡышҡы каникулым
Минең ҡышҡы каникулым

 Быйылғы каникулды файҙалы үткәрҙек. Тәүге көндәрҙә беҙ өләсәйемдәргә Килдеғол ауылына барҙыҡ. Өләсәйемә ярҙам итештек, олатай беҙҙе уазигында алып йөрөнө. Кискелек күмәкләп шыршы биҙәп ҡуйҙыҡ һәм кисен тәмле итеп сәй эстек. Өләсәйем буҙа эшләп һыйланы. Ул һаулыҡҡа бик файҙалы. Бер нисә көндән ауылыбыҙға ҡайттыҡ. Беҙ өйөбөҙҙә ғаиләбеҙ менән яңы йылды ҡаршыланыҡ. Күмәкләшеп изге теләктәр теләнек. Тышта салют аттырҙыҡ.
Ҡыпсаҡ ауылына тюбинг шыуырға барҙыҡ. Унда бейек тауҙан рәхәтләнеп туйғансы шыуҙыҡ. Бананда йөрөнөк. Тәбиғәтебеҙҙең иҫ киткес матурлығына һоҡландыҡ. Тауҙан ҡар бурандары туҙҙырып шыуып төшөү бөтәбеҙгә лә бик оҡшаны.
Бассейнға барып рәхәтләнеп һыу инергә лә өлгөрҙөк. Унан һуң ҡышҡы урам буйлап йөрөнөк. Ҡарҙан, боҙҙан яһалған фигуралар, төрлө төҫтә янған уттар күҙҙең яуын алып тора ине. Катокта балаларҙың конькиҙа йөрөгәндәрен дә күҙәттек.
Каникулдың бер һалҡын көнөндә атайым менән Белорет ҡалаһына саңғы шыуырға барҙыҡ. Унда махсус эшләнгән тау бар.
Беҙ һеңлем менән тышта уйнаныҡ, сана шыуҙыҡ, йылы көндә ҡар бабай әүәләнек. Ҡапҡа-тирәбеҙҙең ҡарын көрәнек. Майҙансыҡта уйнаныҡ һәм тауҙан шыуҙыҡ. Шулай итеп, ҡышҡы каникулым шәп, күңелле, файҙалы үтте.


Йәнгүзәл АСҠАРОВА,

V синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Минең ҡышҡы каникулым
Минең ҡышҡы каникулым
Минең ҡышҡы каникулым
Минең ҡышҡы каникулым
Минең ҡышҡы каникулым
Минең ҡышҡы каникулым
Минең ҡышҡы каникулым
Минең ҡышҡы каникулым
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас