Минең атайым Илһам Дәүләт улы Баҡыев – Афған һуғышы ветераны. Ул да синыф сәғәтенә килде. Атайымдар 9 бала үҫкән. 44 кенә йәшендә өләсәйем ҡаты ауырыу арҡаһында мәрхүм булған. Атайыма ул саҡта 8 йәш кенә тулған. Туғыҙ баланың өсәүһен Белорет ҡалаһына интернатҡа урынлаштырғандар. Унда һигеҙенсе синыфты тамамлағас, Өфө ҡалаһына юл тота атайым. Слесарь-монтажсыға уҡып сыға, заводта эшләп тә ала. Шул ваҡытта әрмегә саҡырыу килә.
– Унда хеҙмәт итеү ҙур хыялым була торғайны. Шатланып барҙым, – тип һөйләне атайым беҙгә. – Ул ваҡытта патриотик тәрбиә ныҡ көслө булды. Бәләкәйҙән ошо рухта үҫтерҙеләр.
Өс ай әҙерлек үтеп, БТР механик-водителе тигән танытма алғас, Афғанстанға һуғышҡа ебәрәләр. Атайым Герат һәм Шинданд тигән ҡалаларҙа 1987 – 1989 йылдарҙа хеҙмәт итә.
Һуғыштан имен-һау әйләнеп ҡайтҡас, уның теш табибы булыу хыялы тыуа. Өфө ҡалаһында белем алып, әле Әбйәлил районында эшләп йөрөй. Үҙен ныҡ яраталар. Атайымдың эшен баһалап, йыл да район, республика Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырып торалар. Мин атайым менән ғорурланам.
Альбина БАҠЫЕВА, IX синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.