+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Сана шыуғанда

Матур аяҙ көн бөгөн, Кейенеп сыҡтым тышҡа.

Сана шыуғандаСана шыуғанда
Сана шыуғанда

Сана менән шыуып ҡарау
Бик ҡыҙыҡ булды башта.


Минең арттан ҡустылар
Өйҙән сыҡты йүгереп.
Шунан өсәүләп бергә
Тауҙан шыуҙыҡ һөйөнөп.


Санала тауҙан эйеү
Оҡшаны барыбыҙға.
Ҡустылар менән көн дә
Сығабыҙ тауыбыҙға.


Саф һауала уйындар
Рәхәтлек бирә беҙгә.
Ҡышҡы матур көндәрҙә
Сана шыуығыҙ һеҙ ҙә.


Алтынай НӘҘЕРШИНА,

V синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас