Районыбыҙҙа данлыҡлы осоусының иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса күп эш башҡарылған. Үрге Йәркәй ауылында Муса Гәрәев музейы асылған. Бында йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү маҡсатында ғилми хеҙмәткәр Фәриҙә Нуриәхмәтова экскурсиялар үткәрә. Уның музей майҙанындағы Ан-2 самолёты тураһында һөйләгәнен бигерәк тә малайҙар ҡыҙыҡһынып тыңлай.
Шулай уҡ Геройҙың тыуған ауылында йорт-музейы бар. Үҙе уҡыған Бишҡурай мәктәбе уның исемен йөрөтә.
Уҙған йылдың 22 декабрендә Иләкшиҙе ауылы эргәһендә Муса Гәрәевкә һәйкәл асылды. Авторы — скульптор, Рәсәй сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы Андрей Молчановский.
Һәйкәлде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
– Муса Гәрәев 22 – 23 йәшендә генә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы була. Халҡыбыҙ уны ихлас ярата һәм хөрмәт итә, уның тураһында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Һәйкәл бик күркәм, урыны ла яҡшы. Был бит асылда Башҡортостанға ингән урын, – тип әйткәйне ул.
Мин Муса Гәрәевтең ауылдашы булыуым менән ғорурланам. Һәйкәл уның Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығын, үлемһеҙ данын иҫкә төшөрөп, тыныслығыбыҙҙы һаҡларға, илһөйәр булып үҫергә әйҙәп торһон!
Азалиә ФАЗДАЛОВА, йәш хәбәрсе.
Илеш районы, Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәп.