+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс

Арғаяш районында медицина синыфтары асыла

Силәбе өлкәһенән был яңылыҡ.

Арғаяш районында медицина синыфтары асылаАрғаяш районында медицина синыфтары асыла
Арғаяш районында медицина синыфтары асыла

Проект тураһында Арғаяш районы етәкселеге һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты вәкилдәре менән осрашыу барышында фекер алыштылар. Бындай эш Башҡортостандан ситтә, төбәк-ара хеҙмәттәшлек сиктәрендә, тәүгә ойошторола. Төп маҡсат – табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм кадрҙар резервы булдырыу.

Профилле уҡытыу маҡсатында химия, биология, физика һәм генетика дәрестәрен республиканың медицина университеты уҡытыусылары дистанцион рәүештә алып барасаҡ.

«Медицина синыфтарының Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы һәм юғары мәктәпте ойоштороусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, Башҡорт дәүләт медицина институтының элекке ректоры,  Арғаяш районының Мәтәле ауылында тыуып үҫкән Зәйнулла Ихсановтың тыуған төйәгендә асылыуы символик мәғәнәгә эйә һәм бик мөһим. Юғары уҡыу йорто ректоры Валентин Павловҡа һәм район башлығы Игорь Ишимовҡа проектҡа ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.

Арғаяш районында медицина синыфтары асыла
Арғаяш районында медицина синыфтары асыла
Арғаяш районында медицина синыфтары асыла
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас