+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Гөлдәре өйөн биҙәй

Минең өләсәйемдең исеме – Айһылыу, уға – 59 йәш. 

Гөлдәре өйөн биҙәйГөлдәре өйөн биҙәй
Гөлдәре өйөн биҙәй

Әлеге көндә районыбыҙҙың Килдеғол ауылында йәшәй. Беҙҙең өсөн ныҡ ҡәҙерле кеше ул. Һәр саҡ килгәнебеҙҙе көтөп ала. Өләсәйем һеңлем менән икебеҙгә төрлө ҡамыр аштары әҙерләү серҙәрен өйрәтә. Бигерәк тә ул бешергән бәлеште, йыуасаны, бауыр һаҡты яратып ашайбыҙ. Ҡойған ҡоймағы ла телеңде йоторлоҡ!

Өләсәйем хәләл һәм һаулыҡ өсөн файҙалы булған ашамлыҡ ҡулланыуҙы өҫтөн күрә. Ҡул тирмәне менән талҡан эшләй. Уға бойҙай орлоҡтарын таҙартып, йыуып, табала ҡыҙҙырып алған саҡта ярҙам итәм. Беҙгә өләсәйем талҡандың файҙаһы тураһында ла һөйләне. Ысынлап та, әгәр был ризыҡты ашаһаң, тиҙ генә асыҡтырмай икән, ауырып киткән осраҡтарҙа бер аҙ ғына талҡан ҡабып алһаң, организмға хәл инеп китә.

Уның тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар: дарыу үләндәре йыйып киптереү. Келәтендә ниндәйҙәре генә юҡ! Өләсәйем үләндең һәр төрөн ҡушып, хуш еҫле сәйҙәр һәм төнәтмәләр әҙерләй. Улар шифалы, һаулыҡ өсөн файҙалы. Өләсәйем бәйләгән ойоҡбаш һәм бейәләйҙе кейеү – үҙе бер бәхет, тип иҫәпләйем. Күҙ нурҙарын түгеп, күңелен һалып бәйләгән һәр әйберенән йылылыҡ бөркөлөп тора. Унан мин дә был һөнәргә өйрәнеп алдым.

Ә тәҙрә төбөндә ниндәй генә гөлдәре юҡ! Беҙ өләсәйгә уларҙы ҡарарға ярҙам итәбеҙ. Һыу һибәбеҙ, төптәрен йомшартабыҙ. Гөлдәре өйөн биҙәп ултыра. Ул һәр балаһын һәм ейән- ейәнсәрҙәрен хеҙмәт яратырға, тормошта өлгөр, етеҙ булырға өйрәтә. Әсәйем өйҙә булмағанда беҙҙе лә ҡараша, һәр ваҡыт ҡайғырта. Шуның өсөн дә һеңлем менән уны яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Өләсәйемә киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.

Йәнгүзәл АСҠАРОВА,
V синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас